Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





айса Хөсәйенов



Ғайса Хөсәйенов

(1928)

 

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуа. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң Өфөгә 9-сы һанлы мәктәп-интернатҡа (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы интернат-мәктәпкә) килә.

1947 – 1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Ғайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын тамамлағас, ошо уҡ йылда филология фәндәре кандидаты тигән дәрәжәгә диссертация яҡлай. 1954 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр, институттың әҙәбиәт секторы мөдире була.

1957 йылда уның киң билдәле «Башҡорт совет поэзияһының ҡайһы бер мәсьәләләре» исемле китабы баҫыла. Ғалим 1955 йылда Сәйфи Ҡудаш аҙаҡ Мостай Кәрим, Рәшит Ниғмәти, Дауыт Юлтый ижадтары хаҡында ҙур монографиялар яҙҙы. «Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары» хеҙмәте фольклористикала, тел ғилеме, әҙәбиәт тарихы һәм әҙәбиәте теорияһы менән тығыҙ бәйле тикшереүҙәре уны әҙәбиәт фәненең ҙур әһеле итеп танытты. Ул 6 томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» баш мөхәррире, уның төп авторҙарының береһе. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы.

Ғайса Хөсәйенов әҙәби ижад, бигерәк тә прозала ҙур эҙ һалған әҙип тә. Уның «Ижад серҙәре» исемле йыйынтығы, тарихи повестары, «Ҡанлы илле биш», «Батырша – Баһадиршаһ» исемле тарихи романдары халыҡта таныулы. Ул – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы ла.

 

ҠАҺАРМАНЛЫҠ

 

Һөйөнсө, мөхтәрәм уҡыусы! Башҡорт әҙәбиәте тарихының алтынсы томы баҫылып сыҡты, Ниһайәт, олоғара хеҙмәт тамам, уның тос емеше – ҡулыбыҙҙа.

Егерме – егерме биш йыл әүәл үк хыял итә инек беҙ уның тураһында... Ул дәүерҙә башҡорт филологияһының аҡһаҡалы Әхнәф Харисов та иҫән ине, 1965 йылда «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы» исемле монографияһы донъя күрҙе. Асылда, революцияға тиклемге әҙәбиәтебеҙ тарихына тәүге сәйәхәт булды был.

Сәғит Мерәсов, Ғабдулла Амантай, Әхнәф Харисовтар ҡулындағы әләмде олпат ғалимыбыҙ, фәнебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ уҙаманы Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов күтәреп алды. Хәтерләһәк, ул замандарҙа, әле етмешенсе йылдар урталарында ла, күктәребеҙ бөгөнгөләй аяҙ түгел ине. Әле тегендә, әле бында «Революцияға тиклем башҡорт әҙәбиәте булғанмы ул?», «Хөсәйенов төрки халыҡтарына ҡараған ҡомартҡыларҙы ла башҡорттоҡо һанай», «Башҡорттоң ысын яҙма әҙәбиәте шул XVIII быуаттан, шул Салауаттан башланған түгелме?», «Ҡол Ғәли татар ҡәрҙәштәребеҙҙең бер әһеле лә баһа» тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡала, хатта редакцияларҙа, «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» баҫмаһы редколлегияһының үҙендә бәхәстәр ҡуба. Бәғзе бер фән, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренең редколлегияны ташлап сығыуҙары ла мәғлүм. Ғайса Хөсәйеновҡа, уның шәкерттәренә бөтә был кәртәләрҙе йырып сығырға, хәтәр тупһаларҙы аша атларға кәрәк ине. Ошо мәлдә баҫманың баш мөхәррире үҙе сырхап китте. Ғәли Сәйетбатталов әйтте: «Ғайса терелһә, башҡорт әҙәбиәте тарихы яҙыласаҡ, үлһә...»

Ошондай хәтәр көндәр, ошондай ғәжәп замандар ине башҡорт әҙәбиәте тарихының яҙыла башлаған мәлдәре. Бәхеткә күрә, башҡорт мәҙәниәтенең бәхетенә күрә, Хөсәйенов һәм уның шәкерттәре башлаған эшен ослап ҡуйҙы. Афарин! Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, ти беҙҙең халыҡ. Мәҡәл, минеңсә, Ғайса Батыргәрәй улының характерын асыусы төп һыҙат. Ғалимдың һүҙе эшенән айырылмай, ул көн-төн, арымай-талмай әҙәбиәт фәненә, әҙәбиәтебеҙҙең үҙенә хеҙмәт итә. Был ысын фиҙәкәрлек, ысын ижади ҡаһарманлыҡ түгелме?!

Әлбиттә, бер ағас урман булмағандай, бер кеше геңә әҙәбиәт тарихын яҙмай. Ғайса Хөсәйенов бигерәк тә әҙәбиәтебеҙҙең боронғо, революцияға тиклемге тарихын күҙаллауға күп көс түкте. Беренсе, икенсе томдарҙың – иң ауыр һәм әҙәбиәт тарихындағы бәхәсле осорҙарҙы үҙ эсенә алған иң әһәмиәтле томдарҙың – яуаплы мөхәррире лә ул булды. Уға арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ Роберт Байымов, Рәшит Шәкүр, Зәйтүнә Шәрипова, Мирас Иҙелбаев, Ғиниәт Ҡунафин, Әхәт Вилданов, Рауил Бикбаев, Вафа Әхмәҙиев, Ким Әхмәтйәнов, Суфиян Сафуанов, Әнүр Вахитов, Илдус Бүләков, Мәҙинә Хәмиҙуллина, Ғилемдар Рамазанов, Хәнифә Зиннәтуллина, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Гөлфирә Гәрәева, Миңлеғәли Нәҙерғолов, Фәнил Күзбәковтар ярҙам итте. Күп томдарҙың нәшриәт мөхәррире – Маһиҙә Игебаева. Рәхмәт уларға, дан уларҙың хеҙмәтенә!

Улар ижади батырлыҡ ҡылды, улар беҙҙе тарихлы итте! Дөрөҫ, киләсәктә, бәлки, әҙәбиәтебеҙҙең тарихы яңыса, яңы күҙлектән тороп яҙылыр, уны, бәлки, икенсе кешеләр яҙыр... Бәлки, XX быуат әҙәбиәтенең һуңын айҡаған етенсе йомғаҡлау томы ла тыуыр. Был – киләсәк эше. Әлегә – ҡотло булһын әҙәбиәтебеҙҙең алты томлығы!

 

* * *

Халҡыбыҙҙың революцияға тиклемге рухи мираҫы ете ҡат бик аҫтында булды. Беҙ әлеге көнгәсә уға барып етә алмайбыҙ: күҙлебеҙ – күҙҙәребеҙ ул хазинаны танымай, зиһенлебеҙ – зиһенебеҙ етмәй, дәртлебеҙ – дарманыбыҙ юҡ. Бөгөнгө быуын уҡыусы үткән быуындарҙың уй-хистәрен, аҡыл-хыял емешен әлегәсә татый алмай, тәмләй генә. Яҙыуыбыҙҙы тәүҙә латин, унан кириллица менән алмаштырыу беҙҙе үткәндәге яҙма китаптарҙан, йәки халҡыбыҙҙың әүәлге быуындары киләсәк быуындарға аманат итеп ҡалдырған рухи ынйыларҙан айырҙы. Шулай быуындар бәйләнеше өҙөлдө, милләт мәҙәниәте тарҡатылды, халыҡтың хәтере киҫелде... Әлеге көндә башҡорт йәмғиәтенең бер бурысы – ошо серле сынйырҙы ялғау, уға йәшәү һулышы биреү. Ғалимдар халҡыбыҙҙың ғәрәпсә, иҫке төркисә, фарсыса нәшер ителгән бихисап баҫма ҡомартҡыларын бөгөнгө быуынға ҡайтарып бирергә тейеш. Боронғо яҙмаларҙы иң тәүҙә барларға, уны фәнни әйләнешкә индерергә, унан киң ҡатлам уҡыусыларға еткерергә кәрәк.

1993 йылда Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты «М. Өмөтбаев фондының ҡыҫҡаса тасуирламаһы» исемле китап баҫып сығарҙы. Авторы – филология фәндәре кандидаты Миңлеғәли Нәҙерғолов.

Етмешенсе, һикһәненсе йылдарҙа тәнҡитсе Ғиниәт Ҡунафин энциклопедист тураһында ҙур монография әҙерләне һәм баҫтырҙы, ә академик Ғайса Хөсәйенов «Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев» исемле тарихи-биографик әҫәр яҙҙы.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.