Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





хмәҙин Әфтәх, “Аҡман-тоҡман”.



(Әхмәҙин Әфтәх, “Аҡман-тоҡман”.

Ҡаймалау – шиғыр строфаһын төҙөү алымы, беренсе юлды, мәғәнәһенә тура килтереп, дүртенсе юлда ла, йә шиғыр аҙағында ла ҡулланып ҡуйыу.

Ҡанатлы һүҙ – русса “крылатое выражение” мәғәнәһенә тап килә, тапҡыр әйтелгән һәм, осрағына тап килтереп, йыш ҡабатлап була торған яңғырау фекер. Йыш ҡына мәҡәлдәрҙә, ҡыҫҡа телмәрҙәрҙә һәм ҡотлауҙарҙа, теләктәрҙә ҡулланыла: “Мин шағир түгел, әммә шиғыр менән әйтәм”, “Мөхәббәт ул – үҙе иҫке нәмә” һ. б.

Ҡасидә - маҡтау шиғырының бер төрө.

Ҡисса – проза һәм шиғри жанрҙа ла ҡулланылған, тәрән мәғәнәле һәм мажаралы сюжетлы ҡыҫҡа әҫәр.

Ҡобайыр шиғыры – башҡорт телендә ҡобайыр борон сәсәндәр тарафынан башҡарылған әкиәти легенда формаһында булған (Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосы). Шиғыр күпселектә ҡобайыр жанры үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡорола: әйтергә һәм ятларға еңел форма, патриотик рух, дан йырлау.

Ҡушма рифма – ҡатмарлы рифма төрө, шиғырҙа бер юлы бер нисә һүҙҙең рифма ҡороуҙа ҡатнашыуы: бергә килдек – берҙәм индек, яр буйында – ай нурында.

Ҡушымта – йырҙарҙа куплеттарҙан һуң гел ҡабатланып торған айырым строфа.

Лирика – кешенең уй-кисерештәрен тасуирлаусы шиғыр. Сюжетҡа ҡоролған һәм ваҡиғаларҙан торған эпик һәм драматик шиғырҙан айырмалы, күберәк тойғолар менән эш итә.

Лирик сигенеү – эпик жанрҙағы ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә, айырылып тороп, уларға авторҙың үҙ мөнәсәбәтен сағылдырып китеүе: “геройҙарым шулай тип ҡарай ҙа, ә мин бына, мәҫәлән, икенсерәк уйлайым” һымағыраҡ.

Метонимия – шиғырҙа күсмә мәғәнәнең бер төрө, былай ҙа аңлашылып торған һүҙҙе төшөрөп ҡалдырып, уның ҡулланылғанлығын аңлатып та тормай төшөндөрөү: мәҫәлән, “ҡысҡырып поезд үтте лә, төн уртаһы ауғанын хәбәр итте” тигәндә, поездың ҡысҡырыуы ла, ваҡытты хәбәр итеүе лә метонимияға ҡоролған күсмә мәғәнәләр, сөнки поездың машинисы тап төнгө сәғәт ун икелә ҡысҡыртыуы тураһында бында бер ни ҙә әйтелмәгән һымаҡ, әммә шулай икәне аңлашыла.

Метрик шиғыр төҙөлөшө - башҡорт әҙәбиәтендә ҡабул ителгән силлабик шиғыр төҙөлөшөнән айырмалы рәүештә, оҙон һәм ҡыҫҡа әйтелешле һуҙыңҡылар булған чех, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә шиғыр ритмикаһын төҙөү ысулы. Рус әҙәбиәте өсөн, мәҫәлән, силлаби-тоник (баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙең аралашып килеүенән ғибәрәт) шиғыр төҙөлөшө хас.

Моношиғыр – бер юллыҡ шиғыр мәғәнәһенә тура килә.

Мөнәжәт – ғәрәпсәнән аллаға ялбарыу мәғәнәһен бирә һәм тәүге асылында дини темаға яҙылған көйлө шиғырҙан ғибәрәт. Һуңғы арала төрлө темаларға саҡырыу, өндәүҙәрҙе лә мөнәжәт ти башланылар.

Мәрҫиә - кемгәлер бағышлап яҙылған ҡайғылы тондағы шиғыр (оданан – маҡтау һәм дан йырлауҙан айырмалы).

Мәҫәл – кешегә нәсихәт менән тамамланған ҡыҫҡа йөкмәткеле шиғри әкиәт.

Нәсихәт – кешене нимәгәлер өйрәтеп һәм өгөтләп яҙылған ҡыҫҡа әҫәрҙәр, шиғри һәм башҡа формаларҙа ла була.

Өләң – беҙҙең ҡобайырға торошло шиғыр формаһы.

Өндәшеү – шиғыр формаһын төҙөү алымы, авторҙың уҡыусыға йә геройына өндәшеп китеүе:

Машинист дуҫ, йә һин паровозды

Әкренәйтер инең бер аҙға...



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.