Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





уҙ-йәнемде ҡура ғына;



Ҡуҙ-йәнемде ҡура ғына;

Ҡоллоҡ хәлем, тамам сауыҡтырып,

Елегемде һура ғына...

(Аҫылғужа, “Салауаттың диңгеҙгә әйтеп ҡалдырғаны”)

Дастан – шиғыр менән яҙылған ҙур күләмле әҫәр.

Илһам – ижад итеү теләге, беҙҙең осраҡта күңелдә шиғыр тыуыуы була.

Ирекле шиғыр – верлибрҙың икенсе аталышы.

Ихтыяри шиғыр – юлдарҙа ижектәр һаны ирекле итеп ҡоролған шиғри әҫәр.

Йыр – көйгә һалынған шиғри текст. Күп әҙәбиәттәрҙә шиғырҙы һәм йыр тексын айырып ҡарайҙар, сөнки йырға һалыр өсөн текст махсус рәүештә яҙыла. Башта шиғыр булып тыуып, аҙаҡ йыр булып киткән текстар ҙа була.

Йыр шиғыры – махсус рәүештә йыр итеп көйгә һалып башҡарыр өсөн ижад ителгән шиғыр тексы.

Йәнләндереү – йәнһеҙ әйберҙәрҙе лә тере йә йәнле итеп тасуирлау, образдар һәм метафоралар тыуҙырғанда ҡулланыла: ел йүгерә, тауҙар тын ала һ. б.

Йәнәшәлек – ваҡиғаларҙы йә күренештәрҙе йәнәш ҡуйып, бер-береһе менән сағыштырып һүрәтләү алымы. Образдар һәм метафоралар тыуҙырғанда ҡулланыла: Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимә/ Күҙ йәштәре булып мин тамам.

Каламбур рифма – һүҙ уйнатыуға ҡоролған рифма төрө: Беҙ, беҙ, беҙ инек,/ Беҙ ун ике ҡыҙ инек...

Классик шиғыр – төрлө әҙәбиәттәрҙә күпселек формаға әйләнеп киткән шиғыр төрө. Башҡорт әҙәбиәтендә классик шиғыр булып дүрт юллыҡ строфалы, икенсе һәм дүртенсе юлдары рифмаланған шиғыр йөрөй.

Куплет – йырҙарҙа ҡабул ителгән строфа берәмеге. Ғәҙәттә куплеттан һуң ҡушымта килә, ул һәр яңы куплеттан һуң ҡабатланып тора.

Күсереү – шиғырға тышҡы форманы биреү өсөн, грамматика ҡағиҙәләренә ҡаршы килеп, һүҙҙәрҙе махсус рәүештә бер юлдан икенсе юлға күсереп яҙыу:

Тейеш ине миңә унда

Уңыш, ләкин булманы...

Кәрим строфаһы – Мостай Кәрим ҡулланғандан башланған, артыҡ оҙон юлдарҙағы рифмалы һүҙҙәрҙе генә, яңғырауыҡлыҡ һәм ҡыҫҡараҡ итеү өсөн, айырым юлға күсереп яҙыу:

Зарлы булһа ла, нурлы ул, йәмгә ҡаҙалмай

уҡтай,

Сикһеҙ ғаләмдең моңолор, ғәмдең тыуылыр

Туҡай.

(Мәхмүт Һибәт, “Туҡай”).

Ҡабатлау – шиғыр төҙөү алымы, бик күп төрҙәре бар, әммә шиғыр юлында һәм строфа эсендә йә бер өндәрҙе, йә бер һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ҡабатлау аша ғәмәлгә ашырыла:

Һамаҡлай ине атай,

Һамаҡлай ине әсәй,

Һамаҡланы ағайҙар,

Һамаҡланы малайҙар.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.