Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Юҡ, башҡаса булмай!



Ә мин?

Юҡ, башҡаса булмай!

Мин тупраҡтан,

                       ерҙән яралған,

ерҙә тыуып үҫеп,

                        ерҙә аунап,

ерҙән йыйып

                     йәнем йыр алған!

(Рәми Ғарипов, “Йырҙарыма ҡайтам”).

Баҫым яһау өсөн ҡай берҙә бер генә һүҙҙе күсереп ҡуйыу ҙа етә. Ул һүҙҙең дөйөм юлдың мәғәнәһенә тура килмәүе лә мөмкин, шуға ла уны күсереү – юлдағы ижектәр һанын ритмика өсөн ҡалдырып, ҡарар күҙгә уның икенсе юлға мөнәсәбәтле икәнен күрһәтеү өсөн кәрәк.

Батырға дан йырлай.

                                Дошманына

Ҡарғыш арнай башҡорт ауылы...

(Тәнзилә Дәүләтбирҙина. “Башҡорт йыры”)

4. Акростих

 

Акростих – шиғыр юлдарының беренсе хәрефтәренән өҫтән аҫҡа табан төҙөлгән һүҙ йә һөйләм килтереп сығара торған шиғыр формаһы. Уны күпселектә берәйһенә бағышлау рәүешендә яҙалар. Миҫал өсөн мин үҙемдең ҡотлау открыткаһы тексы итеп яҙылған акрошиғырҙы килтереп китәм.

 

Яңғыҙлыҡтан йонсоғанда,

Рух һынғанда сыралай,

Алдарымда пәйҙә булдың,

Тылсымлы таң нурылай.

Аҫыллыҡтың өлгөһө һин,

Матурлыҡтың илаһы!

Һүҙ табалмам аңлашырға,

Инде ниҙәр ҡылаһы? -

Нисек һинең хыялдарың

Етер маяҡ булаһы?..

 

6-сы дәрес

Рифма эҙләү

 

Рифманың һүҙҙәрҙең яңғырашы буйынса оҡшашлығы икәнен беләбеҙ беҙ. Беҙгә уның яңғырашы буйынса асыҡ һәм ябыҡ, ә төҙөлөшө буйынса ябай һәм ҡатмарлы булыуын белеү етер.

Асыҡ рифма тип һуҙынҡы өнгә тамамланған яңғырашты әйтәләр. Ул йырҙарҙа айырыуса киң ҡулланыла, сөнки йырҙың үҙенсәлеге (һуҙыу) үҙе үк асыҡ рифмалар ҡулланыуҙы талап итә.

Ябыҡ рифма иһә тартынҡыға бөтә:

 

Урам буйы боҙлауыҡ,

Тайып йығылған бер тауыҡ...

 

Ябай рифма бер һүҙҙән тора, йәғни, икенсе юл аҙағындағы бер һүҙгә дүртенсе юл аҙағында ла шуға оҡшаш яңғырашлы һүҙ табыла. Күпселек шиғырҙарҙа ул шулай.

Ҡатмарлы рифма – иң ҡыйыны. Яңғырашы буйынса ул дүрт ижекле тотош быуынды алыуы ихтимал, тимәк, өс йә дүрт һүҙҙән дә тора ала. Шуға ла бындай рифмаларҙы ҡуллана белеү шиғыр төҙөү оҫталығының иң камил өлгөһө һанала.

 

Һәр күңелдә/ хис уятыр/ тып-тын ул йыр -

Һәр бер йөрәк/ һандуғастың/ дәртен тойор...

 

Йәки:

 

Саф ай булып/ эскә ҡарай/ һаҡ төн йөҙө.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.