Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Яңғыҙ ғына үҫә киң ҡырҙа.



Яңғыҙ ғына үҫә киң ҡырҙа.

Һиңә килдем мин – ярты бер йән.

Сыҙа ғына, йөрәккәйем, сыҙа.

Бында күренеүенсә, дүрт юлда өс төрлө ритмика ярылып ята. Беренсе һәм дүртенсе юлдар ритмик йәһәттән камил, тимәк, ҡалғандарын шуға тап килтерергә мөмкин:

Ҡайынҡайым,/ бөҙрә суҡлы/ ҡайын, 4-4-2

Яңғыҙ ғына/ үҫә иркен/ ҡырҙа. 4-4-2

Һиңә килдем/ мин дә – ярты/ бер йән.4-4-2

Сыҙа ғына,/ йөрәккәйем/, сыҙа. 4-4-2

Күреүегеҙсә, ике генә ижек өҫтәлде, ә нисек еңел уҡыла. Шул уҡ шиғырҙы икенсе ритмикаға ла еңел һалырға мөмкин:

Ҡайынҡайым,/ бөҙрә суҡ/лы ҡайын, 4-3-3

Яңғыҙ ғына/ үҫә киң/ ҡырҙа. 4-3-2

Һиңә килдем/ мин – ярты/ бер йәнең. 4-3-3

Йөрәккәйем,/ сыҙа һин,/ сыҙа. 4-3-2

Бының өсөн, яҙғас, шиғырыңды ҡысҡырып уҡып ҡарарға ине, ритм аҡһауы шунда уҡ ҡолаҡҡа бәрер ине. Мәҫәлән, “Һөйөү килде” шиғырының һуңғы строфаһы ла шундай, “Мин ялҡында ҡабат” шиғыры ла шулай бөтә...

Ә бит шиғыр һымаҡ камиллыҡ өлгөһөн генә түгел, ябай мәҡәләне лә ҡабаттан уҡып, төҙәтеп сығаһың. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: шиғырҙа ритмика алдан йөрөй, ул үҙе рифмаһыҙ булыуы ла ихтимал. Әгәр ҙә алдан уҡ “ожидание рифмы” тигән тойғоға ҡоролмаған булһа, әлбиттә.

Былар барыһы ла шиғыр техникаһы тип атала һәм уны, ғәҙәттә, барыһы ла белә. Ҡай саҡта кешеләрҙе тәнҡитләгәндә лә:” Шиғыр техникаһын яҡшы белә, әлбиттә”, - тип башлаусандар. Йәғни, уныһына алдан уҡ ташлама яһап, иҫәпкә лә алып тормайҙар. “Азы” тип ҡарап, була инде уныһын. Шуның өсөн, әгәр һеҙ баштан уҡ һәр шиғырығыҙҙы әлегеләй тикшереп ҡарап өйрәнһәгеҙ, артабан был һеҙҙең эске хәтерегеҙҙә ҡаласаҡ һәм унан һуң быларҙы автоматик рәүештә тойорға өйрәнәсәкһегеҙ.

 

2. Форма. Ғәҙәттәге шиғырҙы беҙ дүрт юллыҡ, АБВБ рәүешендә күҙ алдына килтерәбеҙ. Унда икенсе һәм дүртенсе юлдар ғына рифмалана. Әммә башҡорт шиғриәтендә “аралаш рифма”, йәғни беренсе һәм өсөнсө юлдар ҙа рифмалашҡан өлгөләр күп. Шиғриәттә бер юллыҡ шиғырҙан һигеҙ юллыҡ шиғырға (сонет) тиклем строфалар таралған. Шунан артығын уҡыусы ҡабул итә алмай: строфа аныҡ һәм тулы берәмек булып күңелгә инергә тейеш, ә уның ныҡ оҙон булыуы быны ҡатмарлаштыра. Стандарт размерға тағы берәй юл өҫтәүҙе ғәҙәттә йөкмәткенең дә ғәҙәти түгеллегенә баҫым яһау өсөн ҡулланалар. 

Тема һәм йөкмәткеһенә ҡарап, шағирҙар үҙҙәре өсөн айырым форма ла уйлап табыусан. Пушкиндың “Евгений Онегин” өсөн тап үҙенә килешле форма уйлап сығарыуын барыһы ла белә. Рәми Ғариповтың “Күк көмбәҙе күм-күк быяла” тигән шиғыры, әйтәйек, өсәр юллыҡ строфаларҙан ҡоролған. Ә бына минең дуҫым Әхмәр Үтәбай форма өҫтөндә баш вата торғас, уның “Урланған Урал”, “Хәнйәр” тигән шиғырҙары барлыҡҡа килде. “Урланған Урал”да строфа һайын юл ҡыҫҡарып, ысынлап та “урлана” килә. Ә “Хәнйәр” тышҡы ҡиәфәте менән үк хәнйәргә оҡшаған. Был тағы ла форма - йөкмәткене нығыраҡ асыу өсөн ҡулланылған бер ысул икәнен дәлилләй.

3. Баҫҡыстар. Баҫҡыстар – шиғри строфа эсендә бер юлды бер нисә ҡыҫҡа юлсыҡтарға бүлгеләүҙән килеп сыға. Күберәген ул уҡығанда (күҙ менән ҡарағанда) баҫымдарҙы дөрөҫ күрһәтеү өсөн эшләнә.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.