Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





й һалыуыбыҙ



Өй һалыуыбыҙ

Атайым өй  һалырҙан элек(1959 -1960 йылдарҙа  миңә ун йәш ине) лесникҡа аҡса түләп, урмандан диләнкә алған. Ундағы  бөтөн  ағастарҙы киҫеп, өй һалырға ҡулланып булырҙайын - бүрәнәгә, ваҡтарын - утынға бысырға,  ә   ботаҡтарҙы яндырырға тейешбеҙ.  Ҡул бысҡыһы менән  йыуан,  сей  уҫаҡ ағастарын  бысыу  еңел эш түгел. Ул “бүрәнә әҙерләү” тип атала. Тәүҙә  үҫеп  ултырған  ағасты  ботаҡтары күп  яғынан бысабыҙ: Уны шул яҡҡа ауҙарырға тейешбеҙ.  Атайым үткер балтаһы менән бысылған яҡты сапҡылап тумыра. Шунан һуң ағастың икенсе яғынан бысабыҙ. Бысҡыбыҙ үтмәҫ тип әйтә алмайым: уң ҡулымдың көсө әҙҙер инде, эш ҡоралын тигеҙ тартмайымдыр,  шуға ла  ағас ҡыҫа  башлай.  Атайым миңә үҙе тотҡан яҡты бирә. Тағы  бысабыҙ, тағы ағас ҡыҫа . Атайым ҡабатлап ағастың тәүге яғынан сапҡылай, тағы бысабыҙ, шунда ғына ағастың бысылмай ҡалған урындары ярыла, шунан һуң ғына шатыр-шотор ауа башлай. Ул гөрһөлдәп ергә ауғанда  мотлаҡ ситкә  китеп  торорға  кәрәк. Күп ағастарҙы шулай яфаланып  ауҙара  инек. Йүкә йәки башҡа нәҙек ағастарҙы  ғына бысыуы еңелерәк.  Шулай ауырлыҡ менән  бысылған  ағастарҙың  ботаҡтарын  киҫеү ҙә еңелдән түгел.

Бына  ауыр  урман  эше теүәлләнә.  Атайым бүрәнәләрҙе ир-ат менән тракторға тейәп, ҡаралтыға  алып ҡайтты. Хәҙер инде  мин бүрәнәләрҙең ҡайырын  әрсейем. Тиҙҙән  ауыл осондағы  күл буйына барып,  атайым менән күп итеп  мүк йолҡоп, уны  ат  арбаһына тейәп алып ҡайттыҡ.  Күп  итеп йүкә  әҙерләп, Зәйнүк күленә һалабаш һалдыҡ. Ул  һыуҙа көҙгә тиклем ята,  шунан   һуң  ҡабыҡтан  йүкә  айырыла.  Шул йүкәнән арҡан, нәҙек бау ишәбеҙ, септә үрә   инек. Септә һыуыҡ ваҡыттарҙа аттарҙың арҡыһына ябырға,  санаға йәйергә кәрәк.  Уларҙы  әҙерләүсе (заготовитель) йыя  һәм улар өсөн  аҡса түләй. Атайым шул аҡсаға  йорт төҙөлөшө өсөн кәрәкле шифр, кирбес кеүек  материалдар  һатып ала ине...

Өйҙөң  бураһын  өмә әйтеп   күтәрттек. Ҡулына балта тотоп эшләй белгән  туғандар, күрше-тирә ағайҙар килде.              Бура күтәрелгәс, миңә тағы эш башланды. Бүрәнәләр араһына һалынған мүкте  эстән дә, тыштан да  тыҡҡылайым. Уртансы ҡустым  да, эшләп ялҡҡансы ярҙам иткән була, атайым да эштән ҡайта ла мүк тыға башлай.

Бер  көндө  атайым   өй түбәһен ябырға шифр һатып алыу өсөн   Стәрлетамаҡҡа китте. Ул икенсе көндө генә машина яллап шифрҙар алып ҡайтты. Мейес сығарыу өсөн дә яңы кирбестәр кәрәк ине, уларҙы ла  100 километрҙағы ауылға алып  ҡайтыуы  атайыма  еңел  булмағандыр...       Ҡыҫҡаһы,  өй һалыу - бик мәшәҡәтле эш. Уны йылытыу өсөн ҡыйыҡ аҫтына ер  ташып, мендереп  һалыу ҙа  ҡара  тирҙәрҙе сығарҙы. Боронғолар,  ир кеше өй һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтерергә  тейеш, тигән. Ә атайым өс малай үҫтерҙе, байтаҡ ағастар  ултыртты, ауылдаштарға  ла  өйҙәр  һалышты. Тимәк, ул өсләтә сауаплы, йәне йәннәттәлер инде. Минең дә ике улым бар, өй ҙә һалыштым, ағастарҙы бик күп ултырттым...

                                Баҡса эштәре

    Йыл һайын яҙ көнө баҡсабыҙҙа һабан  артынан йөрөп тә йәки ҙур трактор һөрөп сыҡҡан ергә көрәк менән соҡорлар картуф  сәсәбеҙ,  ҡай саҡ  ат  етәкләп  баҡсаны күп тапҡыр әйләнеүем әле лә хәтеремдә.  Һабанды атайым ергә батырып йөрөй, ә мин атты ыҙандан ғына йөрөтөргә тейешмен. Картуфты күмдереүҙә, утауҙа, ҡаҙышыуҙа,  сүпләп  баҙға ташыуҙа, күп итеп ҡабаҡ үҫтереүҙә, уларҙы соланға ташыу ҙа минең бурысым ине. Картуфты (бәрәңге) , ҡабаҡты   турап малға ашатыуым да  иҫемдә бар. Һуған да, һарымһаҡ та үҫтерә башланыҡ. Бәләкәй баҡсаға Үткәүел буйынан ҡарағат ҡыуаҡтары алып ҡайтып ултырттым. Мәктәп баҡсаһында эшләгән  уҡыусылар  араһында   бер кемдән дә ҡалышманым. Кешене  көс менән эшләгән эштәр сыныҡтыра икәнен беләм. Ҡалала ла ғүмер буйы баҡса тоттом, балаларымды эшкә өйрәтеп  үҫтерҙем. Баҡсаны яратабыҙ,  унда нәмә генә үҫмәй: еләк-емеш, йәшелсә, дарыу үләндәре ... Баҡса эштәре  уңғанлыҡ, күндәмлек, сабырлыҡ  һәм  тырышлыҡ  талап   итә. Баҡсабыҙҙың күп үҫентеләре шиғырҙарымдың «геройҙары» булыуына шатланып йәшәйем...



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.