Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Хеҙмәт тәрбиәһе



Хеҙмәт тәрбиәһе

Хәтеремдә, тыуған ауылым,  иҫке мәктәп... Өйөбөҙ мәктәпкә  лә, кибеткә лә, клубҡа ла  яҡын   урынлашҡан.  Беренсе класты уңышлы тамамлап, икенсе класҡа күскән  саҡ.  Бөтә уҡыусыларға мәктәп янына йыйылырға ҡушылды. Бына йыйылып  бөттөк. Биология  һәм  ботаника  уҡытыусыһы  Рәшиҙә апай оҙатыуында  Ерек ауылы яғындағы  иген  баҫыуына юлландыҡ.  Нәҡ  ошо  ерҙә  тәүге  хеҙмәт тәрбиәһе алыуыбыҙҙы йылдар  уҙғас  ҡына  аңланым  шикелле. Сүп  үләндәрен  йолҡоп, баҫыуҙы нисә тапҡыр ураныҡ  икән - ул хәтлеһе иҫтә юҡ. Әммә  халҡыбыҙҙың,  күмәк көс тау аҡтарыр, күмәк кеше яу ҡайтарыр, тигән әйтемен, эштең күмәк кешене яратыуын шунда  аңланым.

Икмәк ҡәҙере

    Һәр   өйөндә мейестән алынған көл  ҡыш буйына  байтаҡ йыйыла ине. Хужалар уны  ҡаралтыға сығарып, бер урынға йыя ине. Ул замандағы етәкселәр көлдөң  иген  культуралары өсөн файҙалы ашлама икәнен яҡшы белгән, күрәһең.

Яҙ  еткәс, ҡыш буйы йыйылған көлдө  ат арбаһына тейәп, яланға  илтеп  таратыу эшен бригадир  Әхәт дуҫым менән миңә ҡуша ине. Ауыл буйлап һәр өй янына туҡталып,  йөктө көл менән тултырғас,  бригадир ҡушҡан баҫыуға  уны илтеп  таратабыҙ ҙа, ауылдың бүтән урамдарын  йыя башлайбыҙ...

Беҙ таратҡан көл, һис  шикһеҙ, ерҙәрҙе ашлағандыр, унда үҫәсәк игендең уңышын арттырыуына  иманым  камил. Баҫыуҙарға таратырға ашлама булмағанда,  заманына күрә,  иген уңышын  арттырыу  өсөн, колхоз етәкселәренең  көлдө файҙаланырға ҡушыуы  бик  тә  дөрөҫ  ҡарар  булған бит!

Тирмәндә тарттырылған бойҙай, арыш ононан күп итеп икмәк бешерергә мөмкин. Әсәйем дә  икмәкте мейестә үҙе һала ине. Кескәй йәштән үк икмәкте ҡәҙерләргә өйрәнеп үҫтем.  Шуға ла  уның тәме күңел түремдә йылы һаҡлана.

Икмәк –иң  ҙур  байлыҡ , иң  ҡәҙерле  ризыҡ. Ул булғанда - киләсәк  тә   өмөтлө,  күңелгә   шиғыр, йыр һүҙҙәре килә. Ғүмерем  буйы  икмәккә хөрмәтем ҙур  булды, уны  бөгөн дә ҡәҙерләйем,уға арнап шиғырҙар яҙам.

                       Эштәр, уйынсыҡтар, эштәр...

    Үҫмер сағымда баҫыуҙа сүп үләндәре утауҙан, ауыл өйҙәренән көл йыйып, яланға таратыуҙан  башланған хеҙмәт юлым, халыҡ әйтмешәй, тауыҡ  сүпләһә лә бөтөрлөк  түгел ине. Уйын - татлы  хыял  ғына. Малайҙар менән  һирәк осрашабыҙ, футбол уйнарға  туп  юҡ,  бүтән төрлө уйынға ваҡыт  самалы. Мин уйнарға онотҡанда бер  генә  сыға инем.  Сөнки, эш күп ине. Атайым ҡушҡандарҙы эшләргә,  бәләкәс туғанымды ҡарарға,  әсәйгә ярҙам итергә кәрәк һ.б.

 

Сәкән (хоккей таяғы), наган, мылтыҡ, ҡылыс, йәйә, уҡтарҙы  бер-беребеҙҙән күреп,  йә йыуан булмаған ағастарҙы бысып, йә Талбашынан алып ҡайтҡан тал, өйәнке ағастарынан балта менән юнып,  һәр бала үҙе эшләй ине. Уның ҡарауы, “Үҙем  эшләнем!”тип маҡтанырға  мөмкин, тик  уйнарға  ғына ваҡыт аҙ ҡала. Яңғыҙ  уйнағы килмәй. Шулаймы, балалар? Мин үҫкәндә ололар уҡыусыларға  эште күберәк  ҡуша  ине...

Бер ваҡыт малайҙар менән  уйнап йөрөп, кәртә аша һикереп  төшкәндә, ҡулымды һындырҙым.  Минән ике йәшкә өлкәнерәк  Раил  ағай  шунда  ҡулымдың һөйәген урынына ултырты.  Уң ҡулым менән һул ҡулымды тотоп,  шым ғына өйгә ҡайтып  индем. Ҡул ауыртмағас,  шым  ғына  ултырам. Кис булғас, эштән ҡайтҡан әсәйем, ҡулым һынғанын белгәс, уны муйыныма яулыҡ менән бәйләп, иртәгәһенә Красноусол дауаханаһына алып китте. Унда ҡулымды  гипста ҡатырғас, өйгә  ҡайтарып  ебәрҙеләр. Атайымдың,  йәш  һөйәк тиҙ уңала, тип,  әйткәне хаҡ  булып сыҡты. Баласаҡта  һынған ҡулым олоғайғансы һыҙлап  йонсотманы.

Ҡулым йүнәлгәс, атайым менән  әсәйемә  эштә күп ярҙам иткәнем өсөн  миңә велосипед алып бирҙеләр. Әхәттең дә велосипеды бар. Уның  менән уҙышып, ауыл ситендәге күлдәрҙең береһенә барып һыу керәбеҙ,  ҡыҫҡаһы, кис һайын «тимер ат»ыбыҙҙа  елдерәбеҙ.  Колхоз баҫыуында әсәйемә бүленгән сөгөлдөр плантацияһында; аяҡ табандарымды бешерә-бешерә,  теҙелеп сәселгән кескәй  сағында араһын һирәкләргә ярҙам итеү; йәй уртаһында, яңынан араһынан сүп үләндәр утау;  көҙ көндәрендә, мәктәптән ҡайтҡас булһа ла,  йәкшәмбе көндәрендә уңышты  сығарышыуым,  машинаға тейәшеүҙәрем  иҫемдә ҡалған.  Йәй көнө хатта еләккә  йөрөгән саҡтарым хәтеремдә әҙ ҡалған, баласаҡта әсәйем менән бер тапҡыр барһам, барғанмындыр, малайҙар менән бер нисә тапҡыр... Бесән сапҡанда ғына эйелеп алып еләк  ҡаба инем. Сөнки ихатала, өйҙә эш йыл әйләнәһенә күп ине. Малдарға ҡышҡа етерлек бесән әҙерләүҙә ҡатнашыу, уларҙы эсереү, көтөүгә ҡыуыу, кисен  көтөүгә  ҡаршы барып, һыйырҙы, башмаҡты, һарыҡтарҙы алып ҡайтырға тырышыуым, Зәйнүк күлендә ҡаҙ бәпкәләрен ҡарауым әле  лә хәтеремдән сыҡмай. Улар  минең күңелемдә шиғырҙар булып йәшәй...

                                     Тимерлектә

Һирәкләп атайымдың эш еренә - тимерлеккә бара инем. Эштәре күп ваҡытта,  ярҙамлашырға янында кеше булмаһа, төшкө ашҡа ҡайтҡас,  мине үҙе менән алып китә, йәки, “берәй сәғәттән кил”  тип, саҡырып китә ине. Ундағы  мейескә күректән һауа өрҙөртөп торһам, эштәре тиҙерәк эшләнә ине,  күрәһең.  Атайым тимерҙе уттан ала ла,  һандалға  һалып  сүкей,  шунан  уны  биҙрәләге һыуға тығып ала.  Мин өрҙөрткән һауа тәьҫирендә ут  борҡоп торған  ҡыҙыу усаҡҡа  тағы  ташкүмер  өҫтәй.  Алынған тимер урынына   яңыһын һала. Элегерәк һалғанын  уттан  алып, тағы сүкей  һәм  уны,  һыуға тығып ҡуя,   шулай сыныҡтыра икән. Сүкегән тимерҙәрҙән төрлө формалағы  деталдәр барлыҡҡа килә, шунан һуң уларҙың  үҙе тотҡан яғын усаҡҡа һала. Усаҡ төҫөнә ингәнсе ҡыҙған тимерҙәрҙе  тағы һандалға   һалып,  ҡабатлап  сүкей. Ауыр сүкештәр күтәреп, уның ҡулдары нисек талмай икән,  сүкеше уйнап, ғәжәпләнә инем. Халҡыбыҙҙың “тимерҙе  ҡыҙыуында сүкергә кәрәк” тигән   әйтеме  шул тимерсе  эшенә  ҡарата  әйтелгән икән. Атайыма ярҙам итеп, тимерҙе эҫе сағында ла, һыуынғас та,  үҙем сүкеп ҡарағас төшөндөм. Кеше ауыр эшкә  лә  түҙә,  таҫыллана,  ҡулдары көсәйә.                                                                                                                    Эйе,  тимерсенең эше бөтөрлөк түгел  шул.  Йыш ҡына атайымдың   ат тояҡтарына даға ҡаҡҡан саҡтарына тура килә инем.   Бер  ваҡыт: “Даға ҡаҡҡанда аттың аяҡтары ауыртмаймы ни?”- тип һораным. Атайым: “Дағаларҙы аттарҙың аяҡтары ауыртмаһын өсөн ҡағам, иҫке дағалар менән оҙаҡ йөрөһәһәр,  улар   аҡһай башлай. Ат ҡараусы  ошо  аттарҙы  ҡалдырып, тағы икәүҙе килтерәм тип китте, дағалары һелкенгән  аттарҙы бер көндә дағалатырға  уйлай. Тояҡтарҙағы  иҫке дағаларҙың  ҡаҙаҡтарын да ҡыпһыуыр менән һурып алып ташланым, ана  улар  яталар”,- тип күрһәтте...



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.