Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Бб өн-хәрефтәре.



14-се дәрес.

Тема. Бб өн-хәрефтәре.

Маҡсаттар: Бб өн-хәрефтәрен үҙләштереү, уҡыусыларҙа фонематик ишетеү, тыңлау һәләттәрен үҫтереү, балыҡтар тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Уҡырға ла өйрәнәбеҙ,

Яҙырға ла теләйбеҙ.

Бик бейек һәм бик текә

Фән тауына менәбеҙ.

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (38-39-сы биттәр). «Күренеш һәм фекер», «Мейе штурмы», «Образлы картина» ысулдары менән ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

- Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Бесәй күлдә балыҡ тота. Балан бешкән. Бәпембә елгә тирбәлә. Баҡа яр буйында ултыра. Булат балаҫта тора).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [б] өнө ишеттегеҙ?

 - Тимәк, бөгөнгө темабыҙ ниндәй икән?

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [б] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Беҙҙең йылға.

Беҙҙең йылғала балыҡтар күп. Сабаҡ, бурыс, ташбаш, бәрле, шамбы балыҡтарын ҡармаҡлайбыҙ. Болононда баланлыҡ бар. Балалар һыу инәләр.

Бөгөн дә Баныу, Бәҙәр, Банат һәм Булат йылға буйына барҙылар. Бәпкә көттөләр, балыҡ тоттолар.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [б] өнөн ишеттегеҙ? һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Бб өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [б] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Бесәй балыҡ тота».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [б] – ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Бб.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Бб хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Бб өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Батыр, Банат, Бикә, байрам, бүре, башмаҡ, Айбулат, тубырсыҡ, башаҡ, арба, саба, шәмбе, борсаҡ, Сибай, Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещенск, болан, бәрәс, быйма, хобби, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Бб хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Бб өн-хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. [б] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Буранбай сыҡты ауға,

Боланҡай ҡасты тауға. (З. Биишева).

Б. Бабай йәйен тотоп ҡайтты.

Их, тәмле булды балыҡ.

Бесәй ҙә иртән йылғаға

Китте ҡармағын алып. (Г. Юнысова).

В. Бытбылдыҡ менән бүҙәнә

Бәхәсләшә, баш вата:

Быуала бәрҙе үрсерме,

Баҡылдармы «баҡ-баҡа»?

Г. Балыҡ булһа быуала.

Балыҡсылар ҡыуана.

Ғ. Быҫҡаҡлы буранда бүре

Бурлыҡҡа барыр булған,

Бағауыл барлығын белгәс,

Бармайынса боролған.

Д. Бейе, бейе, Хәйбулла,

Бейегән кеше бай була.

Бейегән кеше бай булһа ла

Кеҫә яғы һай була.

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [б] өнө ишеттеҙ?

 

8.Тел төҙәткес, тиҙәйткестәр.

А.Бар-бар-бар – баҡсабыҙҙа балан бар,

Бир-бир-бир – беҙгә балан өҙөп бир.

Бар-бар-бар – беҙҙә тәмле бал да бар,

Бал-бал-бал – яратһаң, бирәйем бал?

А. Бүрәнәгә баҫты бүҙәнә,

Бүҙәнәне баҫты бүрәнә.

Ғәйеп бүҙәнәлә лә бар,

Бүрәнәлә лә бар.

Б. Болонлоҡта болан бар,

Боланлыҡта балан бар.

В. Баныу баҡ-баҡ тип баҡылдаған баҡаны һыуға ташланы.

Г. Бәләкәй балалар бәпкәләй баҫып бөгөн балалар баҡсаһына баралар.

Ғ. Барый балаһы башын бағанаға бәргән дә больницаға барған.

Больницала Барый балаһының башына бинт бәйләгәндәр.

 

9.Бб өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [б] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Осоп киләм, осоп киләм,

Күҙгә эләккәнде тотоп киләм (Бөркөт).

Б. Ҡағылдым, һуғылдым,

Түргә менеп һуҙылдым. (Балаҫ).

В. Бәләкәй генә малай

Ағас төбөн ялай. (Балта).

Г. Тиҙ ашай, ваҡ сәйнәй,

Үҙе йотмай, башҡаға бирмәй. (Бысҡы).

Ғ. Йәй көнө соланда ята,

Ҡыш көнө беҙҙән ҡалмай. (Быйма).

Д. Ишектән инә, сөйгә ҡуна. (Бүрек).

Ҙ. Һары-һары ботаҡ,

Ботаҡ һайын бер оя. (Борсаҡ).

Е. Бер ағаста биш ботаҡ (Бармаҡ).

Ё. Атаһы улын күтәргән,

Улы бүркен күтәргән. (Баш).

 

10.Физкультминутка.

Тауыҡ һанай себештәрен –

Йоморо бәләкәстәрен:

Аҡтар бишәү, һары бишәү,

Бөтәһе бергә - унау.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Бб хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ба-бә бо-бө бу-бү бы-би

Бал-бол-бул-был-бил-бел-бүл-бөл 

бар-бал-бат-баш-баҡ-баҙ-бай-бау-баҫ

баҙ-боҙ-буҙ-биҙ-беҙ бор-бот-боҙ-бош-боҫ бел-бер-беш-бет-бес

бөр-бөл-бөт-бөк бир-биш-бик-бит-биҙ бәр-бәй-бәҫ-бәп

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, бесәй һүрәте эсенә Бб хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Бб хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: А У Ә Ө Ү Л М Н И Й Т а о у ә ө ү л м и й т б О

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

бала-бата-баҫа-баҙа-бара  

бола-бота-боша-боҙа-боға-боҫа

бөлә-бөтә-бөрә-бөгә   

була-буша-бура-бута

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Бб хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Бб.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Бб баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Балалар баҡсаға бара. Бөтәһе лә бик шат. Башҡортостан – беҙҙең илебеҙ.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.