Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Әлифба – беренсе дәреслегебеҙ. Бәйләнешле телмәр, һөйләм төҙөлөшө, һүҙ составы, өндәр һәм хәрефт



1-се дәрес.

Тема. Әлифба – беренсе дәреслегебеҙ. Бәйләнешле телмәр, һөйләм төҙөлөшө, һүҙ составы, өндәр һәм хәрефтәр менән танышыу.

Маҡсаттар: дәреслек, уның йөкмәткеһе, маҡсаттары менән танышыу, телмәр үҫтереү, балаларҙа Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу минуты: дәрестең темаһы, маҡсаттары менән таныштырыу.

 - Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә. (Хор менән ҡабатлау).

 

II. Яңы тема буйынса эш.

1. Әлифба дәреслеге менән танышыу. Һүрәттәре буйынса әңгәмә.

 - Балалар, һеҙҙең алдарығыҙҙа ниндәй дәреслектәр ята? (Әлифба).

 - Ул ниндәй китап? (Беҙҙе хәрефтәр менән таныштыра, уҡырға һәм яҙырға өйрәтә).

 - Эйе, балалар, бөтә ер шарында балаларҙы уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү өсөн дәреслектәр төҙөгәндәр. Беҙ Әлифба ярҙамында көн һайын хәрефтәр һәм өндәр менән танышасаҡбыҙ,уҡырға һәм яҙырға өйрәнәсәкбеҙ.

 - Әлифбаның тышлығында ниндәй һүрәт күрәһегеҙ?

 - Йәнлектәр ни эшләйҙәр?

 - Балалар ҡайҙа баралар? Ни өсөн улай тип уйлайһығыҙ?

 - Әлифбаның форзацында нимәләр күрәһегеҙ? (Хәрефтәр һәм уларға ярашлы һүрәттәр). (Хор менән хәрефтәрҙе уҡыу).

 - Һеҙ киләсәктә уҡый-яҙа белһен, яҡшы йәшәһен өсөн, Тыуған илебеҙ, хөкүмәтебеҙ беҙгә бөтә мөмкинлектәр бирә: матур мәктәптәр төҙөй, матур китаптар, уҡыу кәрәк-яраҡтары яһай, уҡытыусылар әҙерләй.

 

2.Шиғыр тыңлау һәм ятлау.

Башҡортостан, һин беҙҙең

Тыуған, үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк, өй биргән

Һыуын эскән еребеҙ. (Г.Юнысова).

 

3.Телмәр үҫтереү, 3-сө биттәге һүрәт буйынса әңгәмә.

 - Һүрәт буйынса нимәләр әйтә алаһығыҙ?

 

4. Сөләймән Муллабаевтың «Мәктәп юлында» шиғырын тыңлау.

 - Шиғырҙа нимәләр тураһында һөйләнелә?

 

5. Бәйләнешле һәм яҙма телмәр, һөйләм төҙөлөшө, һүҙ составы менән таныштырыу.

 - Балалар, кешеләр бер-береһе менән нисек аралаша?

Борон-борондан кешеләр бер-береһе менән телмәр ярҙамында аралаша. Күргәндәрен, ишеткәндәрен, тойғоларын бер-береһенә һөйләйҙәр, яҙалар. Шулай итеп хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар, йомаҡтар һ.б. тыуған. Телмәр һөйләмдәрҙән тора. Һөйләмдәр һүҙҙәрҙән төҙөлә. Ә һүҙҙәр өндәрҙән һәм хәрефтәрҙән ғибәрәт.

(Һөйләм һәм һүҙҙәрҙең схемалары менән танышыу).

 - Дәрес һайын беҙ был тема өҫтөндә эшләрбеҙ, балалар.

 

6. Физкультминутка.

 - Эй эйелә, эй бөгөлә

Аҡ сәскә наҙлы елгә.

Ҡояшты ла онотмай,

Уны күҙәтә гел дә.

 

III. Уҡыу кәрәк-яраҡтары темаһына йомаҡтар сисеү.

1.Шишмә түгел, әммә үҙен

“Белем шишмәһе” тиҙәр.

Бик белемле булғың килһә

Ҡулдан төшмәһен тиҙәр. (Китап).

2.Орлоғо ҡара, ере аҡ,

Ҡул менән сәсәлар,

Күҙ менән йыялар. (Хәрефтәр).

3.Тун түгел – тегелгән. (Китап, дәфтәр).

4.Үҙе уҡый белмәһә лә,

Ғүмер буйы яҙыша (Ручка).

5.Ҡулланған һайын ҡыҫҡара бара,

Ҡыҫҡарған һайын оҫтара бара. (Ҡәләм).

 

IV.Әкиәттәр менән танышыу (4-7-се биттәр).

1. Дәреслектә бирелгән һүрәттәр буйынса әңгәмә.

 - Һеҙгә әсә-атайҙарығыҙ әкиәттәр уҡығандыр, һүрәттә ниндәй әкиәттәр персонаждарын күрәһегеҙ?

2. Әкиәттәр тыңлау (“Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ”, “Ай ҡыҙы Зөһрә” һ.б.)

3. Балаларҙың үҙҙәренән әкиәттәр һөйләтеү.

 

V. Дәфтәрҙә төрлө фигуралар яҙыу.

VI. Дәресте йомғаҡлау.

 - Бөгөнгө дәрестә һеҙгә нимәләр оҡшаны?

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.