Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сы сәхнә. Адвокаттың фатиры. хмәтовтар фатиры



10-сы сәхнә

Адвокаттың фатиры

АДВОКАТ. Ҡунаҡхана өсөн түләнгән. Экскурсияға бер көн ҡалғас, ватсаптан гидҡа шылтыратырһың. Ҡулаҡса менән түләрһең уға. Йәнем?

ЛӘЙЛӘ. Тиҙҙән сығырға.

АДВОКАТ. Һин мине тыңлайһыңмы, юҡмы?

ЛӘЙЛӘ. Эйе...

АДВОКАТ. Йәнем, мин барыһын да аңлайым, әммә ни хәл итәйем?

ЛӘЙЛӘ. Эйе...

АДВОКАТ. Ҡара әле, минең үтенесем бар... Әйҙә, һинең атай-әсәйеңә әйтмәй торайыҡ. Минең янып барған эшем килеп сыҡты, кире ҡаға алманым, тип әйтәйек...

ЛӘЙЛӘ. Ҡалай ул һин... Һаман үҙеңде генә уйлайһың...

АДВОКАТ. Уйламайым мин. Ярай, ни теләйһең, шуны әйт. Әйҙә. Ҡараға батыр.

ЛӘЙЛӘ. Өҫтәүенә, мин ғәйепле.

АДВОКАТ. Мин улай тип әйтмәнем.

ЛӘЙЛӘ. Беләһеңме нимә? Уйлап ҡараным да, барыһын да үҙем булдыра алам, тинем. Нимәнән ҡурҡырға ти? Инглиз телен мәктәптә уҡыныҡ. Иҫемә төшөрөрмөн. Машина йөрөтә беләм. Үҙем. Һинһеҙ ҙә.

Кеҫә телефоны шылтырай.

АДВОКАТ. Ят номер! Алло?.. Эйе, алло... Әттәгенәһе... (телефонын ташлай).

ЛӘЙЛӘ. Казахтелекоммы?

АДВОКАТ. Банктан. Кредитыңды түләргә онотма, тейҙәр.

ЛӘЙЛӘ (ауыр һулап). Шулай итеп, уйлап ҡараным да – элек мин һинһеҙ нисектер йәшәгәнем бит...

АДВОКАТ. Театр ғына ойошторма...

ЛӘЙЛӘ (дауам итә). Артабан да йәшәрмен әле. Рәхәтләнеп.

АДВОКАТ. Йәнем, әйҙә ҡыҙмай торайыҡ...

ЛӘЙЛӘ. Мин тып-тынысмын. Эйе. Йәшәй аласаҡмын.

Тағы телефон тауышы. Бер, ике, өс шылтыратыу.

ЛӘЙЛӘ. Алаһыңмы?

АДВОКАТ. Һуңғы өмөт. Алло?..

Сытырлаған тауыш, ҡаты тауыш менән - “Һеҙҙең менән бәйләнештә Казахтелеком”.

Тамам өмөтһөҙ һулыш.

11-се сәхнә

Әхмәтовтар фатиры

АТАЙ. Беҙ ҡайттыҡ. Ҡыҙҙар, сәй ҡуйығыҙ. Беҙ өйҙә!

ЛИТЛСИС. Төнгө бер. Тап сәй эсер мәл. Атай, һине ебәрҙеләр!

АТАЙ. Отделениеға килдем. Байтаҡ урап йөрөнөм, индермәнеләр. Аҙаҡ танытмамды, Ажеканың фотоһүрәтен күрһәтеп, саҡ өгөтләй алдым. Унда әсәйгә оҡшаған бер әбей ултыра ине. Мине шуның эргәһенә алып килделәр... Мин әйтәм – был минеке түгел... Тегеләр: Тағы берәү бар, тейҙәр. Күрһәттеләр, ул да Ажека түгел. Ундағы халыҡтың күплеге, һауа етешмәй, кемдер һыу һорай, кемдер ыңғыраша, кемдеңдер ҡулы шаҡарылған... Ҡапыл берәү миңә өндәште. Ҡараһам – туғыҙынсы фатирҙан күрше икән. Беҙ инде ҡыуанып китеп, тегеләргә әйтәм – ебәрегеҙ, күршем бит, тейем... Йәғни, һүҙгә һүҙ бәйләнеп, мине лә шунда тыҡтылар! Шөкөр, паспортты берәү ҙә күрмәне. Миндә ул. Ошонда кеҫәмдә генә ятты...

СТУДЕНТ. Ажека ҡасан ҡайтты?

ЛИТЛСИС. Туғыҙҙа. Беҙҙе бахыр ҡурҡаҡтар, тине. Һәм конфор... комфор...

СТУДЕНТ. Конформистар тинеме?

ЛИТЛСИС. Эйе. Атайҙы тотҡандар, тигәйнем, шатланып йоҡларға ятты ул.

ӘСӘЙ. Ҡайһылай бәхетле мин!

АТАЙ. Ярай, иң мөһиме – әсәй менән бер нәмә лә булмаған. Уф, иң мөһиме... Әсәй оҙағыраҡ янда булһа, башҡа бер нәмә кәрәкмәй... Эшкә еткерерҙәр инде, унһыҙ булмай... Ҡыуырҙар инде...

СТУДЕНТ. Бәлки үтеп китер... Ебәрҙеләр бит... Повестка бирҙеләр шулай ҙа...

ЛИТЛСИС. Атай, хәҙер һин – беҙҙең герой. Судҡа саҡырһындар, ун биш тәүлек ултырып сығырһың да, грин-картаға яҙырһың. Мине сәйәси нигеҙҙә эҙәрлекләйҙәр, тип әйтерһең... Америкаға күсеп китербеҙ!!

АТАЙ. Алла һаҡлаһын... Ҡартайған көнөңдә ватанһыҙ ултырһаң... Сәй ҡуй.

СТУДЕНТ (әсәһенә). Әсәй, һин нисек? Ҡасан ҡайттың? Сәсеңдә аҡ нимәлер торамы...

ЛИТЛСИС. Уның башына ҡош сысып киткән.

ӘСӘЙ. Мин ныҡ бәхетле.

ЛИТЛСИС. Инде өс сәғәт шулай бәхетле ултыра, йыумай.

СТУДЕНТ (шым ғына). Ысынмы... Ни өсөн йыумай?

ЛИТЛСИС (шым ғына). Әллә... Әсәйем-мәрхүмә миңә шулай билдә ебәрҙе, ти. Шуға бәхетле ултыра.

СТУДЕНТ. Хәтәр хәлдәр...

АТАЙ. Ярай ҙа суд иртәгә!

СТУДЕНТ. Бөгөн бит инде ул, атай. Адвокат табыр кәрәк. Ммм... Майикмәк бешерҙегеҙме?

ЛИТЛСИС. Мин. Углевод ашағым килеп китте лә. Өйҙә башҡа нимә булмағас ней.. Ондо күберәк һалғаным, шуға ҡатыраҡтар.

СТУДЕНТ. Нимә булһа ла ашарға ризамын. Хатта һинең майикмәктәреңде лә. Әсәй, йыуынып сығаңмы әллә, беҙ көтөп торорбоҙ.

АТАЙ. Сәй яһағыҙ. Яңыны һалығыҙ, ҡуйы булһын. Ажека ысын йоҡлаймы? Йоҡламаһа, саҡырығыҙ. Уға һөйләр һүҙҙәрем байтаҡ.

СТУДЕНТ. Мин – бәҙрәфкә.

АТАЙ. Һеҙ сәй яһағансы, тартып инәм.

Аҙымдар ишетелә. Төрлө телефондарҙан номер йыйған тауыш ишетелә.

ӘСӘЙ. Алло? Төнө менән шылтыратҡаным өсөн ғәфү итегеҙ, мин уйланым да...

АТАЙ. Алло? Алло?

СТУДЕНТ. Хәйерле төн... Ғәфү итегеҙ, һуң...

ЛИТЛСИС. Алле. Аңлайым, ваҡыт һуң, шулай ҙа...



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.