Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Дүртенсе бүлек.



Дүртенсе бүлек.

Айман инеп, бауҙы ботона ҡыҫтырып, теше менән тешләп, арҡан үреп маташа. Бер ҡул менән ишеү уға үтә яйһыҙ. Шуға асыуланып, арҡанды атып бәрә. Тороп эскәмйәгә тибә. Өй эсендә йөрөп-йөрөп, һыу эсә. Бер аҙ тынысланғас, ҡабаттан ултырып, арҡан ишеүгә тотона. Көйәнтә күтәргән Дәриғә килеп инә. Айман эшенән бүленмәй.

Дәриғә.Мин әле, арғы шишмәнәнҡайтып килгәндә, шундай ныҡ ҡурҡтым!

Айман өндәшмәй. Дәриғә унан бер ниндәй реакция булмағас, күңелһеҙләнә, һыуҙы күнәккә бушата.

Дәриғә. Кинәт көслө ел күтәрелеп, алдыма ғына ҡарт ағастың ҙур ботағы һынып төшмәһенме! Ҡурҡышымдан артҡа янтайҙым. Биҙрәләремдәге һыу яртылаш сайпылды ла ҡуйҙы. (көлә) Кире шишмәгә барырға тура килде. Шуға һуңлап кителде.

Айман. Ә ниңә биргеһенән алмайһың?

Дәриғә. Һуң ҡәйнәм... Арғы шишмәнең һыуы тәмле бит, Айман.

Айман. Һыу ҡайҙа ла һыу инде ул.

Дәриғә. Улай тимә. Бирге шишмәнеке татырлы, ти ҡәйнәм.

Аймандың арҡаны төшөп китә. Дәриғә эйелеп бирә. Айман тештәрен ҡыҫа.

Дәриғә. Әйҙә, икәүләп ишәйек.

Айман. Үҙем.

Дәриғә. Ярай, ярай... Айман!

Айман уға ҡаш аҫтынан ҡарай.

Дәриғә. Эй... Бер ни ҙә түгел.

Айман. Ни әйтергә теләгәйнең, әйт?!

Дәриғә. Мин уҡыуҙы дауам итәм, тигәйнем....

Айман. Нимәгә һиңә уҡыу?

Уртаса ҙурлыҡтағы ҡапсыҡ күтәргән Вәрәҡә килеп инә. Хәле бөтөп урындыҡҡа ултыра. Улының һуңғы һүҙҙәрен ишетә.

Вәрәҡә. Арт һикертеп йөрөргә инде. Башҡа нимәгә булһын!

Дәриғә. Ҡәйнәм! Ниңә улай тиһегеҙ?!

Вәрәҡә. Йүнле белемебеҙ булмаһа ла, бер кемдән дә кәм түгелбеҙ, шөкөр.

Дәриғә. Хәҙер заманы икенсе, ҡәйнәм.

Вәрәҡә. Уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың. Быҙау күтен ҡарарға артыҡ белем кәрәкмәй.

Дәриғә. Мин агроном булырға теләйем.

Вәрәҡә. Теләгән нәмә күп булыр... Көн торғанда болдорҙо һөртөп ал, түшәктәрҙе, әрмәктәрҙе лә ҡояшҡа сығарып киптер. (Ҡапсыҡты бушата) Ауылдан үтескә туңмай килтерҙем. Хәҙер генә ағас көлө һелтеһенә һалып ҡайнатып алайыҡ. Һабын яһап, баҙарҙа кәрәк-яраҡҡа алыштырырбыҙ.

Кәйефһеҙләнгән Дәриғә әрмәктәрҙе йыйып сығып китә. Сығышлай, бер кем күрмәгәндә, Вәрәҡәнең калушына тибә. Вәрәҡә усаҡ яғып мәшәҡәтләнә.

Вәрәҡә.Бөгөн төштән һуң миндек бәйләргә сығабыҙ. Һин дә бар, Айман.

Айман. Унда минән ни файҙа? Күҙ көйөгө булып йөрөргәме?

Вәрәҡә. Улай тимә. Йәш сауҡаларҙы ҡырҡып биреп торорһоң.

Дәриғә инеп, урын кәрәк-ярағын алып сыға башлай.

Вәрәҡә. Хәтерһеҙ... Әйтергә онотҡанмын. Айман, һиңә рәйес, иртәгә иртән кәнсәгә инеп сыҡһын, тине.

Айман уға аптыраулы ҡарай.

Вәрәҡә. Һине иҫәпсегә уҡырға ебәрергә итәләр.

Дәриғә. Ой... Ҡалай ҡыуаныслы хәбәр!

Айман. Ярай. Барып сығырмын.

Аймандың эше ырамай. Ул асыуынан уртын сәйнәй.

Дәриғә. Ниңә ыҙалайһың, Айман?!. Ҡуй шул эшеңде.

Вәрәҡә.Ишһен! Һуғышҡа тиклем бөтә тирә-яҡта уның кеүек оҫта ҡайыш яһаған, арҡан үргән кеше булманы.

Дәриғә. Бер ҡул... Эшләүе яйһыҙыраҡ булғанға ғына әйттем, ҡәйнәм...

Вәрәҡә. Яйланыр. Эшләүен дауам итһен генә.

Йәһәтерәк ҡыланһаңсы, килен! Әйберҙәрҙе сығарып элеп бөт тә, юл ыңғайы һелтене индер.

Дәриғә. Ҡайындыҡынмы?

Вәрәҡә. Һабынға уҫаҡ көлө һелтеһе һәйбәт.

Дәриғә күн биҙрә менән һелте индерә. Вәрәҡә уны ҡаҙанға ҡоя.

Вәрәҡә. Килен, йәһәт кенә мунсаға һыу ташып ал.Йоҡлар алдынан сайынып сығырбыҙ.

Кискелеккә ыумас әҙерләп китәйем, эштән һуң уның ҡайғыһы булмаҫ, әҙер торһон.

Вәрәҡә туҫтаҡ менән он алып, ыумасҡа ыуа. Дәриғә биҙрәләрен алып, һыуға сығып китә. Сығышлай, алан-йолан ҡаранып, тағы ҡәйнәһенең калуштарына тибә.

Айман.ҙ алдына һөйләнеп ҡуя) Минән дә бит ниндәйҙер файҙа булырға тейеш...



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.